Сөмбәлә. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Сөмбәлә[edit]

Алтын башаҡ, алтын алма -

Сөмбәләләр сөмдәр тулы,

Сентябрҙә кем дә бер шул,

Бушап тормай ҡуңыс-ҡулы.

Табаларҙа ҡоймаҡ бешә,

Бауырһаҡтар майға төшә,

Бөйөрөктәр, бәрәмәстәр,

Балан-бәлеш, көлсә, өшә...

Алтын алма үҙәккәйе

Күренептәр тора үтә,

Ғиффәтле ҡыҙ сафлығылай

Серен асыр мәлде көтә.

Шаян егет, үрелмәсе

Сит алмағас сатырына,

Баҡсабыҙҙан иш табылыр

Үҙ иленең батырына.

Еңгәсәйҙәр туй әҙерләй,

Һай шаяндар, һай шуҡтарым! Сөмбәләләр төн оҙайта -

Ҡурсалаптыр ғашиҡтарын.

*Сөмбәлә - сентябрҙә көн менән төн тигеҙләнгән мәл